Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ОШМЕС”, гәзит

Просмотров: 1170

“ОШМЕС” (“Инеш”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте (1999). Тәтешле р‑нының Үрге Тәтешле а. аҙнаһына 1 тапҡыр удмурт телендә сыға. 1999 й. июненән нәшер ителә. Тиражы — 1 мең дана (2015). Гәзиттә Башҡортостан удмурттарының үткәне һәм хәҙ., респ. мәҙәни һәм ижт.‑сәйәси тормошо яҡтыртыла, художестволы әҫәрҙәр һ.б. баҫыла. Рубрикалары: “Башҡортостан: көндән көнгә”, “Башҡортостандың данлы удмурттары”, “Фин‑уғырҙар донъяһында”, “Йәш көс”, “Үҙ эшенең оҫтаһы”, “Туған тел” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: А.В.Гильмаев (1999 й. алып), А.Н.Миңлеәхмәтов (2001 й. алып), Т.Г.Харисова (2007 й. алып мөхәррир вазифаһын башҡарыусы), Ф.Г.Бәҙрисламов (2008 й. алып), А.Г.Зайноков (2010 й. алып), О.Б.Гильмуранова (2013 й. алып), С.Ғ.Ғарифуллин (2016 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019