НУҒАЙ ҠАЛАСЫҠТАРЫ
НУҒАЙ ҠАЛАСЫҠТАРЫ, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡылары. Өфөнөң Октябрь р‑ны Нуғай а. көньяҡ-көнсығышҡа табан Ағиҙел й. уң ярында йәнәш морондарҙа урынлашҡан. 1983 й. И.М.Аҡбулатов һәм Г.Н.Гарустович тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1993 й. М.Ф.Обыдённов, 1998 й. В.В.Овсянников тикшерә. 2 ҡаласыҡ табылған. Н.ҡ.I (оҙонлоғо 450 м, киңлеге 20—50 м), б.э.т. 4—2 бб. ҡарай. Ур (оҙонлоғо 85 м, киңлеге 33 м, бейеклеге 4 м) м‑н нығытылған. Керамика Ҡара Абыҙ мәҙәниәте (ауыҙы тирәләй соҡорло биҙәк баҫылған, түңәрәк төплө көршәккә оҡшаш) һауыттарынан ғибәрәт. Тимер тәңкә м‑н биҙәлгән бил ҡайышы һәм хайуан һөйәктәре табылған. Н.ҡ.II (оҙонлоғо 250 м, киңлеге 30—40 м) б.э. 3—5 бб. ҡарай. Ур (оҙонлоғо 28 м, киңлеге 6 м, бейеклеге 0,65 м) м‑н нығытылған. Керамика Имәндәш тибындағы (өсмөйөш баҫып биҙәлгән, түңәрәк төплө көршәккә оҡшаш) һауыттарҙан ғибәрәт. Бронза биҙәүестәр табылған. Халҡы малсылыҡ, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Н.ҡ. материалдары БДУ фондында һаҡлана.
Әҙәб.: О б ы д ё н н о в М.Ф., О б ы д ё н н о в а Г.Т. Археологические памятники Южного Приуралья эпохи железа (I тыс. до н.э. — I тыс. н.э.). Уфа, 1998.
В.В.Овсянников
Тәрж. Д.К.Үзбәков