КУРУМДАР
КУРУМДАР, тау битләүҙәрендәге һәм яҫы түбәләрҙәге ҙур майҙанлы тау тоҡомдары тупланмаһы. К. интенсив физик ашалыу арҡаһында барлыҡҡа килә, яланғас бүлкәт (ҡара: Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге) рельефында осрай. Яҫы түбәләрҙәге плащ рәүешендәге К. — таш диңгеҙҙәре, битләүҙәрҙән тартылыу көсө тәьҫирендә аҫҡа табан хәрәкәтләнеүсе К. таш йылғалары тип йөрөтөлә. К. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында Ямантауҙа, Алабейә, Егәлгә, Машаҡ, Нары, Оло Ҡарағас һ.б. һырттарҙа таралған. Иң ҙур таш йылғалары Әүәләк (оҙонлоғо 1 км тиклем, киңлеге 10—30 м) һәм Ирәмәл (оҙонлоғо 6 км, киңлеге 1 км тиклем) һырттарында урынлашҡан.
Р.Ә.Хәмиҙуллин
Тәрж. И.М.Япаров