Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨХӘМӘТШИН Фәһим Баязит улы

Просмотров: 1323

МӨХӘМӘТШИН Фәһим Баязит улы [28.6.1955, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Иҫәкәй а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], юрист. Юридик ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. юрисы (1999). Полиция ген.‑майоры (2004). СССР ЭЭМ академияһы эргәһендәге Мәскәү юридик ситтән тороп уҡыу филиалының Һарытау бүлексәһен тамамлаған (1981). 1978 й. алып Өфө халыҡ депутаттарының Киров район советы башҡарма ком‑тының эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе, 1985 й. — тәүтикшереү бүлексәһе начальнигы. 1990 й. алып ӨЮИ‑ла: 1994 й. — енәйәт процесы һәм криминалистика каф. нач., 1998 й. — нач. урынбаҫары, 2003 й. — начальник. 2018 й. башлап БДУ‑ла иҡт. һәм соц. үҫеш б‑са проректор. Фәнни хеҙмәттәре эске эштәр органдары тәфтиш подразделениеларының эшмәкәрлеген ойоштороу, Рәсәй енәйәт суд эштәрен алып барыу проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Вестник Уфимского юридического института МВД России” ж. баш мөхәррире (2006 й. алып). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2015).

Х е ҙ м.: Задержание и допрос подозреваемого. Уфа, 1998.

С.Х.Хәкимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2019
Связанные темы рубрикатора: