КОМСОМОЛЬСК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл
1385
КОМСОМОЛЬСК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Сиҙәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 48 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Кесе Уртаҙым й. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 219 кеше; 1989 — 295; 2002 — 336; 2010 — 302 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.
Ауылға 1954—56 йй. сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән ваҡытта нигеҙ һалына.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи:

