НУҒАЙ, ауыл, Өфө составында
НУҒАЙ, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Октябрь р‑ны Нуғай а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. 30 км һәм Юрмаш т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1024 кеше; 1920 – 1406; 1939 – 1700; 1959 – 864; 1989 – 541; 2002 – 766; 2010 – 1479 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, мәсет, сиркәү бар.
Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1664 й. алып билдәле. 18 б. 2‑се ярт. бында яһаҡлы татарҙар иҫәпкә алынған. 19 б. уртаһында статский советник И.Ф. Базилевскийҙыҡы була. 1865 й. Н. (Петропавловка) 115 йортта 674 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, ағас әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, ат тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, фельдшер‑амбулатория пункты, шарап, һыра һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы булған. 1992 й. Өфө р‑ны Нуғай а/с үҙәге булған. Ауыл эргәһендә Нуғай ҡаласыҡтары урынлашкан.
З.И.Гудкова
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов