Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМОВ Ғәйнислам Дәүләтбай улы

Просмотров: 1974

ИБРАҺИМОВ Ғәйнислам Дәүләтбай улы (7.4.1968, БАССР-ҙың Баймаҡ районы 2-се Этҡол а. — 31.7.2020, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), тәржемәсе, тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). БДУ-ны (1994), Анкара университетын (Төркиә, 1996) тамамлаған. 2000 й. алып БДУла эшләй (2008 й. башлап Көнсығышты өйрәнеү кафедраһы мөдире). “Урал батыр” (1996), “Аҡбуҙат”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” (“Башҡорт халыҡ дастандары”, 2000), Салауат Юлаев (2004), Аҡмулла (2007) һ.б. шиғырҙарын; башҡ. фольклоры һәм башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәрен (“Төрки әҙәбиәте антологияһы. Башҡорт әҙәбиәте”, 29—30 т., 2004—2005, бөтәһе лә — Анкара ҡ.) төрөк теленә тәржемә иткән. Фәнни тикшеренеүҙәре төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһына, төрки халыҡтарҙың фольклорына арналған. Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты (2003).

Хеҙм.: Башҡорт телендә исем ҡылымдар. Өфө, 2002; Baskurt Turkҫesi Grameri. Ankara, 1996.

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

М.В.Зәйнуллин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021
Связанные темы рубрикатора: