УРМАНДАР
УРМАНДАР, үҫемлектәр донъяһы тибы, үҫемлектәрҙең күп һанлы йәшәү формалары м‑н бирелгән, улар араһында ағастар өҫтөнлөк итә. Урмандарҙы өйрәнеү фәне, урмансылыҡ, урман генетикаһы, селекция һәм орлоҡсолоҡ, урман таксацияһы, фитоценология, урман энтомологияһы һәм фитопатологияһы, дендрология, биогеоценология, урман тупраҡ ғилеменең һ.б. өйрәнеү предметы. У. формалашыуы тәбиғәт‑климат шарттары, рельеф, тупраҡ япмаһы м‑н бәйле. У. — яңыртыла торған тәбиғи ресурс, урман экосистемалары эшмәкәрлеге процесында углерод (ш. иҫ. техноген углерод) тупланыу, кислород етештереү, ултырмаларҙы ҡабаттан бүлеү, һыу ағышын һәм микроклиматты көйләү, сәнәғәт бысраҡтарын йотоу һәм детоксикациялау һ.б. процестар бара. Тәбиғи һәм яһалма (урман культуралары, баҫыу һаҡлау, эрозияға ҡаршы, һыу һаҡлау, санитар‑һаҡлау ултыртмалары) У. айырыла. Башҡортостанда урман фондының дөйөм майҙаны 6,3 млн га тәшкил итә (2011), ш. иҫ. 5,2 млн га урман м‑н ҡапланған. Республика терр‑яһының 39,9%‑ын урман биләй. БР терр‑яһында У. тигеҙ таралмаған: Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының 81,2—92%‑ы, Башҡортостандың Урал аръяғының һәм Башҡортостандың Урал алдының көньяғында — терр‑яның 10%‑тан кәмерәк өлөшө урман м‑н ҡапланған. Тау, тигеҙлек, һыҙа, һыубаҫар туғай У. таралған. У. — үҫемлектәр бергәлеге, унда ағас үҫемлектәр (биомассаһы һәм мөхит яһауы б‑са) өҫтөнлөк итә. У. түбәндәге ярустар барлыҡҡа килә: ағастар (1‑се ярустан алып 3‑сө ярусҡа тиклем), тәпәш урман, ҡыуаҡлыҡтар һәм ярым ҡыуаҡлыҡтар, үләндәр, мүктәр һәм лишайниктар. Ярустан тыш үҫемлектәргә уралыусан, үрмәле үҫемлектәр, эпифиттар инә. Республикала ылыҫлы, япраҡлы һәм ҡатнаш У. таралған. Урман яһаусы ағас тоҡомдары составына ярашлы ылыҫлы (ябай ҡарағай, Сукачёв ҡарағасынан торған асыҡ ылыҫлы; Себер шыршыһы һәм Себер аҡ шыршыһынан торған ҡара ылыҫлы), киң япраҡлы (ябай имән, ябай йүкә, ҡара саған, шыма йыла), ваҡ япраҡлы (һалпыш ҡайын, аҡ ҡайын, уҫаҡ, ҡара тирәк, аҡ тирәк, ҡара ерек, аҡ ерек, аҡ тал) У. айырыла. Урман зонаһы (Көньяҡ Уралдың урта өлөшөндәге тау көньяҡ‑тайга, ҡарағай һәм ҡайын У., Өфө яйлаһының ҡатнаш киң япраҡлы‑ылыҫлы У., Кама‑Ағиҙел‑Танып йй. араһындағы тигеҙлек киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы У., Көньяҡ Уралдың көнбайыш тау алды ҡатнаш киң япраҡлы У.), урман‑дала зонаһы (Бөрө урман‑дала, Мәсәғүт урман‑дала зонаһының төньяғы, Стәрлебаш‑Фёдоровка ҡалҡыулығы һәм Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ урман‑дала, Ағиҙел буйы тигеҙлегендәге көньяҡ урман‑дала, Көньяҡ Уралдың көнсығыш һәм көньяҡ тау алды тау урман‑дала зонаһы) һәм Урал тауҙарына көньяҡ‑көнсығыштан килеп тоташҡан дала зонаһы У. айырып йөрөтөлә. Республика урмандары ҡайынлыҡтар (1436,4 мең га), йүкәлектәр (1113,1 мең га), ҡарағайлыҡтар (795,0 мең га), уҫаҡлыҡтар (766,0 мең га), шыршылыҡтар һәм аҡ шыршылыҡтар (327,9 мең га), имәнлектәр (267,1 мең га), сағанлыҡтар (160,1 мең га), ҡарағаслыҡтар (45,5 мең га), Себер кедры ултыртмалары (0,2 мең га) м‑н бирелгән. БР‑ҙа урман хужалығы У. геогр. үҙенсәлектәрен, урман үҫеү шарттарын, ағас тоҡомдары составын, У. составы үҙгәрешенең тәбиғи һәм антропоген динамикаһын иҫәпкә алған урман тибы нигеҙендә алып барыла. Хужалыҡ һәм тәбиғәтте һаҡлау ҡиммәтенә ҡарап БР‑ҙа 1‑се төркөм (ҡурсаулыҡ, милли һәм тәбиғи парктар, шифахана‑курорт зоналары, һыу һаҡлау, эрозияға ҡаршы, ҡала, ҡала һәм торама пункттарҙың йәшел зоналары) — 1360,4 мең га (бөтә урман майҙандарының 34,0%‑ы), 2‑се төркөм (һаҡлаусы, сикләнгән эксплуатация әһәмиәтле) — 1365,1 мең га (24,1%) һәм 3‑сө төркөм (эксплуатация өсөн үҙләштерелгән һәм резерв) — 2642,1 мең га (41,9%) У. айырыла. У. гидрологик һәм тупраҡ һаҡлау ролен үтәй. У. ҡиммәтле һәм хайуандарҙың һирәк төрҙәре йәшәй, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре һ.б. үҫә. У. — сәнәғәттең урман эшкәртеү, химия, аҙыҡ‑түлек һ.б. тармаҡтарында ҡулланылған күп төрлө ресурстарҙың (үҙағас, сайыр, үҫемлек дарыу сеймалы, ашарға яраҡлы емештәр һ.б.) бай сығанағы.
Әҙәб.: П о п о в Г.В. Леса Башкирии. Их прошлое, настоящее и будущее. Уфа, 1980; Леса Башкортостана /А.Ф.Хайретдинов [и др.]. Уфа, 2004.
А.Ю.Кулагин
Тәрж. Г.А.Миһранова