Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШБИРҘИН Эрнст Фәйзрахман улы

Просмотров: 1897

ИШБИРҘИН Эрнст Фәйзрахман улы (20.12.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Ишбирҙе Руднигы ҡсб — 24.5.2019, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) 1966 й. тиклем Баймаҡ мәктәп-интернатында, 1970—76 йй. СДПИ ла эшләй; 1969 й. һәм 1976 й. алып ТТӘИ‑нең өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1988 й. — бүлек мөдире; 2000—17 (өҙөклөк менән) БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. әҙәби теле тарихына, башҡ. теле лексикаһын тасуирлауға, шулай уҡ диалектология мәсьәләләренә арналған. Күп томлы “Башҡорт энциклопедияһы” мәҡәләләрен башҡ. теленә тәржемә итеү буйынса ғилми‑методик совет рәйесе (2014—18).

 Х е ҙ м.: Башҡортостан ҡоштары. Өфө, 1986; Башҡорт теленең игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары. Өфө, 2002; Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986.

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023
Связанные темы рубрикатора: