Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАТАРИНСКИЙ Василий Владимирович

Просмотров: 1743

КАТАРИНСКИЙ Василий Владимирович (1.3.1846, Ҡазан губ. — 20.5.1902, Ырымбур ҡ.), урыҫ тел белгесе. Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1872) Чебоксар уч‑щеһында уҡытыусы, күҙәтсе; 1875 й. алып Ырымбур уҡыу округының башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр инспекторы. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт телен һәм ҡаҙаҡ телен өйрәнеүгә арналған. К. “Башҡорттар өсөн әлифба” (“Букварь для башкир”; 1892, авторы күрһәтелмәгән) авторы тип фараз итәләр. Китапта специфик башҡ. өндәрен биреү өсөн диакритик тамғалар ҡулланып, кириллица нигеҙендә төҙөлгән 39 хәрефле алфавит тәҡдим ителгән, Ырымбур башҡорттары теле татар теле м‑н сағыштырылған. Әлифба ике бүлектән тора: 1‑һе — башҡ., 2‑һе урыҫ телендә яҙылған; уҡыу материалы итеп йомаҡтар, мәҡәлдәр, хикәйәләр һ.б. индерелгән. 43 төркөмгә (тематика һәм һүҙ төркөмдәре б‑са) бүленгән, 2 меңдән ашыу һүҙҙән торған “Ҡыҫҡаса урыҫса‑башҡортса һүҙлек”те (“Краткий русско‑башкирский словарь”; 1893); 2600‑ҙән ашыу мәҡәләне үҙ эсенә алған “Башҡортса‑урыҫса һүҙлек”те (“Башкирско‑русский словарь”; 1889) төҙөүсе. Күпселек ғалимдарҙың фекере б‑са, Инжилды (1902, тәржемәсенең исеме күрһәтелмәгән) башҡ. теленә тәржемә иткән. 

Р.М.Латипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019