Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫРЫНДАР

Просмотров: 1133

ЙЫРЫНДАР, рельефтың ваҡытлы һыу ағымынан барлыҡҡа килгән тәрән һәм текә ярлы формаһы. Йомшаҡ, еңел йыуылыусы тау тоҡомдарынан (балсыҡ, ҡомло балсыҡ, лёсс) торған күтәренке тигеҙлектәрҙә, ҡалҡыулыҡтарҙа, һыҙа һәм үҙән битләүендә барлыҡҡа киләләр. Арҡыры киҫелештә V формаһы хас; күп һанлы бәләкәй тармаҡтары булыуы мөмкин. Йырындарҙың барлыҡҡа килеүе йырғанаҡтарҙан башлана. Күберәк дала һәм урман‑дала тәбиғәт зоналарында таралған. Й. барлыҡҡа килеүенә, үҫеүенә тәбиғәтте дөрөҫ файҙаланмау сәбәп булып тора. Улар ауыл хужалығына ҙур зыян килтерә. Й. эрозияһын булдырмау һәм улар м‑н көрәшеү маҡсатында һаҡлаусы ағастар ултыртыла, гидротехник ҡоролмалар төҙөлә, тупраҡ һаҡлаусы сәсеү әйләнештәре индерелә, өҙөклө бураҙналар яһала. Башҡортостан терр‑яһында 2300‑гә яҡын үҫеүсе Й. һәм 28 мең йырғанаҡ теркәлгән (һөрөнтө ерҙәрҙең 48,5%‑ы йыуылыуға дусар).

Р.Ә.Хәмиҙуллин

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019