АВИАЦИЯ МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ
АВИАЦИЯ МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ, осоусы аппараттарҙың осоу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн метеорологик факторҙарҙы һәм Ер атмосфераһының күренештәрен өйрәнеүсе метеорология бүлеге. А.м. автоматик һәм радиолокация метеостанциялары, радиозондтар, метеоспутниктар һ.б. мәғлүмәттәрен ҡуллана. Ағымдағы һауа шарттары т‑дағы мәғлүмәттәр аэродромдар, самолёттарҙың осоу маршруттары һәм райондары б‑са ҡыҫҡа мөҙҙәтле һәм үтә ҡыҫҡа мөҙҙәтле авиация прогноздары (2 сәғәттән алып 24 сәғәткә тиклем) төҙөргә мөмкинлек бирә. Күҙәтеүҙәрҙең һөҙөмтәһе, һәр төрлө прогноздар донъя мәғлүмәттәр банкына ебәрелә һәм экипаждарға осоуға сығыр алдынан консультация биреү өсөн ҡулланыла. Өфөлә тәүге А.м. күҙәтеүҙәре 1933 й. урындағы даими пассажир һауа юлы асылғас ойошторола. 1962 й. алып Өфө аэропортында авиация метеорология станцияһы эшләй.
Л.Н.Циркова
Тәрж. М.Н.Моратшина