Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮП РӘТЛЕ АБАҒА

Просмотров: 1315

КҮП РӘТЛЕ АБАҒА (Polystichum), ҡалҡанут һымаҡтар ғаиләһенең ҡаҙаяҡ һымаҡтар заты. Яҡынса 175 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда Браун К.р.а. үҫә. 15— 70 см бейеклектәге, ҡыҫҡа тамырһабаҡлы, йәйен дә, ҡышын да йәшел үлән. Япрағы (вайяһы) ҡуйы төк м‑н ҡапланған, көрән тәңкәле һаплы, розеткала, оҙонса ланцет йәки оҙонса ҡыяҡ, ике тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленмә, 2‑се тәртип сегменттары ситтән ҡырҡылған киртләсле, төклө тешле. Сорустары (спорангий төркөмдәре) ҙур, йомро, иртә асыла торған япмалы. Июнь—авг. спора туплай. Күләгәле ылыҫлы-киң япраҡлы урмандарҙа, йылға яры, йырын битләүҙәрендә үҫә. Һирәкләп Архангел, Белорет, Ишембай, Мәләүез р‑ндарында осрай. Декоратив үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.М.Ишморатова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.12.2024
Связанные статьи: