Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨХТӘСИБӘТ

Просмотров: 2578

МӨХТӘСИБӘТ (ғәр. ихтасаба — иҫәпкә алыу, тикшереү), мосолман диниә назараттарының билдәле бер терр‑ялағы (ҡала, район, округ) мосолман мәхәлләләрен берләштергән адм. берәмеге. М. башында мөхтәсиб тора, ул имам дәрәжәһендә һәм мосолман руханиҙары араһында 15.631 229 ахундарҙан ҡала икенсе килә; вазифаға мөфтөй тарафынан ҡуйыла. Урта быуаттарҙа ғәрәп илдәрендә мөхтәсибтәр баҙарҙа тауар сифатын тикшергән һәм сауҙа ҡағиҙәләрен, ш. уҡ намаҙҙың ҡанунға ярашлы уҡылыуын, тормоштоң төрлө өлкәләрендә һәм көнкүрештә шәриғәт һәм ислам әхлағы ҡанундарының үтәлешен күҙәткән чиновник вазифаһын башҡарған. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡушыуы б‑са имамдарҙың эшмәкәрлегенә ҡарата килгән ялыуҙарҙы ҡараған һәм имамдарҙың ҡарарҙарын ҡайтанан тикшереүҙә ҡатнашҡан. 1855 й. Ырымбур мосолман диниә назаратында 66, ш. иҫ. Ырымбур губернаһында 26, мөхтәсиб була; 1868 й. — 51 мөхтәсиб, ш. иҫ. Ырымбур губ. — 1 һәм Өфө губернаһында — 3 мөхтәсиб. Мосолмандарҙың 1‑се Бөтә Рәсәй съезында (ҡара: Мосолман съездары) Ырымбур мосолман диниә назаратында 60 М. булдырыу, ш. уҡ мөхтәсибтәрҙе һайлап ҡуйыу һәм уларҙы вазифала Диниә назараты тарафынан раҫлау т‑да ҡарар сығарыла. 1930 йй. М. бөтөрөлә. 90‑сы йй. башында дини ойошмалар тарафынан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты һәм БР мосолмандары Диниә назараты яңынан ойошторола. 2004 й. Башҡортостанда БР мосолмандары Диниә назараты ҡарамағында — 22 М., 2014 й. 38 М. була.

Д.Д.Азаматов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019