Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАТИН АЛФАВИТЫ

Просмотров: 6547

ЛАТИН АЛФАВИТЫ, латин яҙмаһының хәрефтәр системаһы. Л.а. грек яҙмаһы (көнбайыш-грек варианты) базаһында б.э.т. 4—3 бб. Боронғо Римда барлыҡҡа килә, грек яҙмаһының күпселек хәрефтәре үҙҙәренең тәүге мәғәнәһен һәм яҙылышын һаҡлап ҡалған. “G” (ге) латин хәрефе грек яҙмаһының “К” (каппа), “Q” (ку) — “S” (коппа), “V” (ве) — “Y” (ипсилон) хәрефтәрен үҙгәртеү юлы м‑н яһала, “С” (це) грек яҙмаһындағы “Г” (гамма) хәрефенең архаик яҙылышы булып тора; “Ј” (йот) һәм “U” (у) хәрефтәре 16 б. индерелә. Л.а. 2 баҫма шрифты бар: латиница (антиква) һәм готика (фрактура). Герман телдәренең, кельт, роман телдәренең, байтаҡ славян телдәренең (поляк, словак, словен, чех, лужица телдәре), албан теленең, венгр теленең, яңы грек теленең, ш. уҡ төрки телдәрҙең (төрөк теле, төрөк мән теле, үзбәк теле, әзербайжан теле һ.б.) хәҙ. алфавиттары Л.а. нигеҙендә барлыҡҡа килгән. 1928—40 йй. башҡорт яҙыуында латиница ҡулланыла: 37 хәрефтән торған алфавит Яңы башҡорт алфавиты комитеты тарафынан төҙөлгән була (ҡара: табл.).

 

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: