НАМАҘЛЫҠ
НАМАҘЛЫҠ, намаҙ уҡығанда иҙәнгә йәйә торған келәм. Н. нәфис өлгөләре биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре булып тора. Н. бәрхәттән, эслек ҡуйып, йоҡа туҡыманан тегәләр, һирәкләп һуғып эшләйҙәр (ҡара: Балаҫ һуғыу), нағыш һалалар (ҡара: Сигеү). Ғәҙәттә, Н. композицияһы орнаменттан (ҡайһы берҙә мосолман каллиграфияһы элементтары м‑н) ғибәрәт; уның нигеҙен арка мотивы — шартлы рәүештә мәсетте символлаштырған михраб тәшкил итә. Арка тирәһендәге арауыҡты спираль һымаҡ бөгөлгән һабаҡ рәүешендәге орнамент (“ислими”, “масал”; диндарҙарҙы орлоҡтан үҫеп сыҡҡан көслө шытым м‑н сағыштырыу) биҙәй, ул туҡтауһыҙ үҫеп, яңырып торған тормошто сағылдыра. Арка өҫтөндә ҡап уртала намаҙ ваҡытында ҡәғбә яғына күрһәтергә тейеш булған иң сағыу биҙәктәрҙең береһе урынлашҡан; намаҙ уҡыусының ҡарашы шул биҙәккә төбәлгән була. Арка эсендәге киңлек (намаҙ уҡыусының тубыҡланған, башын иҙәнгә терәгән урыны) биҙәлмәй. Н. һәр мосолман ҡатыны эшләй белгән; уны йыш ҡына ҡәҙерле кешеләргә бүләккә әҙерләгәндәр. Башҡортостанда 20 б. аҙ. Н. халыҡ оҫталары эшләй; ҡайһы бер райондарҙа кейеҙ Н. баҫалар. Хәҙ. Н., традицион форманы һаҡлап, проф. рәссамдар М.Ә.Ниғмәтйәнова, Р.Р.Юлдашбаева һ.б. эшләй. Н. өлгөләре Нестеров М.В. исемендәге художество музейында, Милли музейҙа, Венгрия этнография музейында (Будапешт) һаҡлана.
Әҙәб.: Я н б у х т и н а А. Декоративное искусство Башкортостана. ХХ век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006.
А.Ғ.Йәнбухтина
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова