Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕСЕ БИШҠУРАЙ, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1375

КЕСЕ БИШҠУРАЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 104 км алыҫлыҡта Биәтьяҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 157 кеше; 1920 — 1666 (Бишҡурай а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 — 516; 1959 — 326; 1989 — 200; 2002 — 168; 2010 — 169 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 1858 й. һәм 1865 й. араһында Бөрө өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Бишҡураҙ а. (хәҙ. Бишҡурай а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Кесе Бишҡураҙ исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ 1‑се Бишҡураҙ булараҡ теркәлгән. 1865 й. 23 йортта 170 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Х.Ғ.Ғилданов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019