ТУПРАҠТЫ КУЛЬТУРАЛАШТЫРЫУ
ТУПРАҠТЫ КУЛЬТУРАЛАШТЫРЫУ, тупраҡтың насар агрономик үҙенсәлектәрен яҡшыртыу. Т.к. тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүҙең төрлө ысулдарын үҙ эсенә ала. Тупраҡты серетмә һәм биол. азот м‑н байыҡтырыу органик ашламалар индереү, сәсеү әйләнешенә ҡуҙаҡлы культуралар өҫтәү, ҡуҙаҡлыларҙы йәшел ашлама итеп үҫтереү, бактериаль ашламалар ҡулланыу һ.б. м‑н өлгәшелә. Үҫемлектәр өсөн яраҡлы булған туҡланыу элементтарының һанын арттырыу, ҡый үләндәрен юҡҡа сығарыу, артыҡ әселек һәм һелтелелекте бөтөрөү өсөн минераль ашламалар, гербицидтар ҡулланыла, тупраҡҡа эзбиз индереү һәм тупраҡҡа гипс индереү үткәрелә. Ерҙе оптималь эшкәртеп, мелиорация ҡулланып, һөрөнтө ҡатламда агрономик ҡиммәтле структура барлыҡҡа килтерелә, тупраҡтың һыу, һауа һәм йылылыҡ режимдары көйләнә. Культуралаштырыу йоғонтоһо аҫтында тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре һәм унда барған биол. процестар үҙгәрә, а.х. культураларының уңдырышлылығы күтәрелә. Башҡортостанда Т.к. ысулдарын киң ҡулланыу агрономияның үҫешенә бәйле. Тупраҡтың культуралаштырылыуының иң юғары кимәле Ауыл хужалығы институтының Тәж.‑производство хужлығында һәм Илеш, Мәләүез, Өфө, Стәрлетамаҡ р‑ндарының хужалыҡтарында өлгәшелә. Т.к. һөҙөмтәле алымдарын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (Ф.Ш.Ғарифуллин, Ә.М.Рәхимов, Н.А.Середа, М.Ғ.Сираев, С.Н.Тайсинов, М.Б.Әмиров һ.б.), Биология институтында (Ә.Х.Моҡатанов, Ф.Х.Хәзиев һ.б.), БНИИСХ‑ла (Н.Р. Бәхтизин, Ш.Ә.Ғайсин, К.З.Хәлиуллин һ.б.) үткәрелә.
Әҙәб.: Г а р и ф у л л и н Ф.Ш. Физические свойства почв и их изменение в процессе окультуривания. М., 1979.
Ф.Х.Хәзиев
Тәрж. Г.А.Миһранова