ЗНАМЕНСКИЙ Сергей Евгеньевич
ЗНАМЕНСКИЙ Сергей Евгеньевич (30.8.1957, Лебедянь ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2008). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Геология институтында эшләй: 1989 й. алып өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге алтын мәғдәне ятҡылыҡтарының һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының формалашыуы, Көньяҡ Уралдың төбәк структур геологияһы, тектонофизикаһы мәсьәләләренә арналған. З. тарафынан дөйөм коллизияның һуң палеозой этабында палеоокеан секторының структур эволюцияһының төп законлығы асыҡлана; алтын мәғдәне ятҡылыҡтарының төп төрҙәре барлыҡҡа килеүенең структур парагенезисы, механизмдары һәм тектонофизик режимдары өйрәнелә; алтынды контролдә тотоу структураларының Урал өсөн яңы төрө — төрлө масштабтағы транстенсив дуплекстары айырып күрһәтелә; Көньяҡ Уралдың порфирлы һәм ороген алтын мәғдәне ятҡылыҡтарының генетик моделдәре эшләнә.
Хеҙм.: Разрывная тектоника и рудоносность Башкирского Зауралья. Уфа, 2001 (авторҙ.); Структурные условия формирования коллизионных месторождений золота восточного склона Южного Урала. Уфа, 2009.
Тәрж. Э.М.Юлбарисов

