Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАВЫДОВ Алексей Михайлович

Просмотров: 1580

ДАВЫДОВ Алексей Михайлович (6.8.1946, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Степной ҡсб), агроном. Биол. ф. канд. (1974), а.х. ф. д‑ры (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). БАХИ‑ны тамамлаған (1968). 1975 й. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында эшләй: 1976 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1978 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1993 й. алып дир. урынбаҫары, 2003 й. — 1‑се урынбаҫары. 2005—13 йй. “АЛСИКО‑АГРОПРОМ” ЯСЙ- ның (Мәскәү) үҫеш б‑са директоры. Фәнни эшмәкәрлеге ҡый үләндәре һәм иген культуралары, техник культуралар ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү сараларын эшләп сығарыуға арналған. Д. ҡатнашлығында кәрәкле гербицидтар (димесол, дуплетгранд, октиген, октимет, чисталан) һәм орлоҡ ағыулағыстар эшләнә. 140‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 130 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Ретроспектива совершенствования отечественных гербицидов в защите зерновых и пропашных культур. Уфа, 1998.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: