ИШБУЛАТОВ Нәғим Хажғәле улы
ИШБУЛАТОВ Нәғим Хажғәле улы [10.8.1928, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ҡаҙмаш а. (БР‑ҙың Әбйәлил районы) — 7.2.2006, Өфө ҡ.], тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1952). 1955 й. алып ТТӘИ хеҙмәткәре; 1966 й. — РСФСР‑ҙың Педагогия фәндәре академияһы Милли мәктәптәр буйынса ҒТИ‑ның Башҡортостан филиалы мөдире; 1968 й. — БДУ‑ла эшләй (1988 й. тиклем башҡ. тел ғилеме кафедраһы мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре диалектология, лексикография, морфология, орфография, фонетикаға арналған. И. хеҙмәттәрендә башҡорт теленең диалекттары фонетик, морфологик, лексик кимәлдәрҙә башҡа төрки телдәр, фин‑уғыр телдәре һ.б. менән сағыштырылып тасуирланған; һүҙ төркөмдәре, өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше һ.б. тикшерелгән. “Урыҫса‑башҡортса һүҙлек”те (“Русско‑башкирский словарь”; 1964), “Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге”н (3 томда, 1967—1987) төҙөүселәрҙең береһе.
Х е ҙ м.: Башҡорт теле һәм уның диалекттары. Өфө, 2000; Хәҙерге башҡорт теле=Современный башкирский язык. Уфа, 2002 (авторҙ.); Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981 (авторҙ.).
М.В.Зәйнуллин
Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов