САДОВНИЧИЙ Виктор Антонович
САДОВНИЧИЙ Виктор Антонович (3.4.1939, Украина ССР‑ы Краснопавловка а.), математик. РФА акад. (1997), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), физика‑матем. ф. д‑ры (1974), проф. (1975). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй: 1981 й. алып функциональ анализ каф., 1982 й. — матем. анализ каф. мөдире, 1984 й. башлап 1‑се проректор, 1992 й. — ректор, бер үк ваҡытта 1995 й. алып Ҡатмарлы системаларҙы матем. тикшереү ин‑ты директоры. 2008—13 йй. РФА вице‑президенты. Фәнни эшмәкәрлеге матем. моделдәр әҙерләүгә, мәғлүмәтте эшкәртеүҙең матем. ысулдарына арналған. С. тарафынан релятив гравитация теорияһындағы ҡайһы бер ҡараштарҙы матем. нигеҙләү б‑са мөһим һөҙөмтәләр алына, ҡатмарлы процестар анализында яңы йүнәлеш — идара ителмәле осоштарҙың һәм хәрәкәттәрҙең динамик имитацияһы эшләнә. С. етәкс. йыһан мәғлүмәттәрен эшкәртеүҙең матем. ысулдары уйлап табыла. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй ректорҙар союзы президенты (1994 й. алып). СССР‑ҙың (1989), РФ‑тың (2001), БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге (2011) Дәүләт пр., РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге (2006, 2012), фән һәм техника өлкәһендәге (2011) пр., М.В.Ломоносов ис. пр. (1973) лауреаты. Александр Невский (2014), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980, 1986), 2‑се (2005), 3‑сө (1999), 4‑се (2009) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” һ.б. орд. м‑н бүләкләнгән.
Хеҙм.: Автоволновые процессы в нелинейных средах с диффузией. М., 2010 (авторҙ.); Математический анализ. В 2 ч., М., 2013 (авторҙ.).
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов