Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТАҺИР МЕНӘН ЗӨҺРӘ”

Просмотров: 270

“ТАҺИР МЕНӘН ЗӨҺРӘ”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, дастан. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. 1960 й. Ырымбур өлк. Ҡотош а. Р.Л.Теләкәеванан К.Мәргән яҙып алған. Көнсығыш әҙәбиәтенә барып тоташа. Сюжеты нигеҙендә — Таһир м‑н Зөһрәнең трагик мөхәббәт тарихы. Төп геройҙарҙың аталары, хан һәм уның вәзире, тыумаҫ борон үҙ балаларын кейәү һәм кәләш тип иғлан итә. Балалар бергә үҫә һәм уларҙа бер-береһенә ҡарата мөхәббәт ҡабына. Вәзирҙең үлеменән һуң, хан етемгә ҡыҙын бирергә теләмәй, Таһирҙы, һандыҡҡа ултыртып, йылғаға ташларға бойора. Күп михнәттәр күреп, тыуған яғына ҡайтҡан егетте язалайҙар, ә Зөһрә үҙенә ҡул һала. Дастандың “Зантаһир менән Занзөһөрә”, “Янтаһир менән Янзөһрә”, “Таһир һәм Зөһрә” һ.б. исемле варианттары Н.Т.Зарипов, Р.Ә.Солтангәрәева, Н.Д.Шоңҡаров һ.б. тарафынан БР һәм Ырымбур өлк. терр‑яларында яҙып алынған. Ғилми архивта, БДУ‑ның фольклор фондында һаҡлана. Дастандың фрагменттары һалмаҡ көй стилендә башҡарыла, көйөнөң варианттары Р.С.Сөләймәнов тарафынан нотаға һалынған. Байтаҡ төрки телле халыҡтарҙың фольклорында осрай.

Әҙәб.: К и р ә е в А.Н. Башҡорт халыҡ ижады. Өфө, 1981; Башҡорт халыҡ ижады. 6‑сы т. Эпос: ҡиссалар һәм дастандар. Өфө, 2002.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019