Список материалов
АЛТЫНБАЕВ Ғәли Мансур улы
АЛТЫНБАЕВ Ғәли Мансур улы (19.11.1956, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Аллағыуат а.), баянсы. БР-ҙың атҡ. (1994) һәм халыҡ (2012) артисы. Салауат музыка уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1977;...
АМАНГИЛДИНА Римма Зәйнетдин ҡыҙы
АМАНГИЛДИНА Римма Зәйнетдин ҡыҙы (1.4.1972, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Хәлил а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (2006) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1993; Ф.Ф.Сәғитова класы), ӨДСА‑ны...
ӘБДЕЛМӘНОВ Ғүмәр Мөғәлләм улы
ӘБДЕЛМӘНОВ Ғүмәр Мөғәлләм улы [15.12.1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Суҡраҡлы а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 30.10.2020, Өфө ҡ.], йырсы. БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1989). Башҡ. театр‑художество...
ӘБДЕЛМӘНОВ Йәмил Әбделәхәт улы
ӘБДЕЛМӘНОВ Йәмил Әбделәхәт улы (29.4.1965, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Һарт‑Шишмә а.), йырсы (баритон). БР‑ҙың халыҡ (2021), РФ‑тың (2006) һәм БР‑ҙың (1999) атҡаҙанған артисы. Театр...
ӘЙҮПОВА Венера Хәҙис ҡыҙы
ӘЙҮПОВА Венера Хәҙис ҡыҙы (10.1.1955, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Бәләкәй Учалы эшселәр ҡсб, хәҙ. Учалы ҡ.), музыка белгесе. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989), РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт...
ӘСӘҘУЛЛИНА Индира Илдус ҡыҙы
ӘСӘҘУЛЛИНА Индира Илдус ҡыҙы (9.7.1973, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә эшселәр ҡсб), пианист. БР‑ҙың халыҡ (2017) һәм атҡ. (2008) артисы. ӨДСИ‑не (1998; С.А.Дукачёв класы), уның эргәһендәге...
ӘХМӘҘИЕВА Ғәлиәбаныу Ниязмөхәмәт ҡыҙы
ӘХМӘҘИЕВА Ғәлиәбаныу Ниязмөхәмәт ҡыҙы (28.8.1948, Ырымбур ҡ.), музыка белгесе, педагог‑методист, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2009). Композиторҙар...
БАЛАЛАР МУЗЫКАҺЫ
БАЛАЛАР МУЗЫКАҺЫ, балалар тарафынан тыңлау йәки башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән музыка. Сағыу образлылыҡ, конкрет йөкмәтке, форманың аныҡлығы һәм ҡыҫҡалығы м‑н билдәләнә....
БАЛЕТ МУЗЫКАҺЫ
БАЛЕТ МУЗЫКАҺЫ, хореографик кәүҙәләнеште иҫәпкә алып, сценарий планы нигеҙендә ижад ителеүсе, балет спектаклен оҙатып барған һәм уның художестволы идеяһын һәм образлы...
БАЛЛАДА
БАЛЛАДА (фр. ballade), 1) лиро‑эпик шиғриәт жанры. Көслө драматик характерҙағы, легендар, героик йә тарихи йөкмәткеле сюжетлы шиғыр. Б. нигеҙен ғәҙәттән тыш сағыу ваҡиға...
БЕЛЯКОВ Вячеслав Филиппович
БЕЛЯКОВ Вячеслав Филиппович (2.3.1939, Мәскәү ҡ. — 20.11.2021, шунда уҡ), баянсы, педагог, музыка‑йәмәғәт эшмәкәре. Профессор (1980). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1968) атҡаҙанған...
ВАРИАЦИЯЛАР
ВАРИАЦИЯЛАР (лат. variatio — үҙгәреш), 1) теманы (ҡайһы саҡта ике йәки күберәк) артабан үҙгәртеп ҡабатлауҙар м‑н сағылдырыуға ҡоролған муз. форма. Теманың көйө, ритмы, фактураһы,...
ВӘДҮТОВ Рәжәп Муллағәле улы
ВӘДҮТОВ Рәжәп Муллағәле улы (16.5.1948, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Кесе Учалы ҡсб, хәҙ. Учалы ҡ.), баянсы. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1995) артисы. Куйбышев пед. ин‑тын тамамлағандан...
ВӘЛИӘХМӘТОВ Фән Ғәвис улы
ВӘЛИӘХМӘТОВ Фән Ғәвис улы (18.1.1951, БАССР‑ҙың Шаран районы Хафиз а.), йырсы. БР‑ҙың (2011) һәм ТР‑ҙың (2007) халыҡ, БАССР‑ҙың (1989) һәм ТР‑ҙың (1994) атҡаҙанған артисы. Өфө сәнғәт...
ВӘЛИЕВ Мәсәлим Мөшәрәп улы
ВӘЛИЕВ Мәсәлим Мөшәрәп улы (26.3.1888, Ырымбур ҡ. — 2.1.1956, Өфө), композитор, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1940). Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). 1917 й....
ВӘЛИЕВА Баныу Нурғәле ҡыҙы
ВӘЛИЕВА Баныу Нурғәле ҡыҙы (14.12.1914, Ҡазан губ. Шәмбалыҡсы а. — 24.2.2003, Өфө), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано), педагог. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1947) халыҡ, РСФСР-ҙың...
ВӘЛИУЛЛИН Рифғәт Абдулла улы
ВӘЛИУЛЛИН Рифғәт Абдулла улы (20.9.1935, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Үрге Бишенде а. — 3.1.2007, Өфө), режиссёр. РФ‑тың (1996) һәм БАССР- ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре...
ВӘЛМӨХӘМӘТОВ Радик Сәфәрғәле улы
ВӘЛМӨХӘМӘТОВ Радик Сәфәрғәле улы (12.2.1966, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ташбулат а.), йырсы. БР- ҙың халыҡ (2011) һәм атҡ. (2003) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1991; Ә.К.Мәсәлимова класы),...
ВИНОГРАДОВ Василий Иванович
ВИНОГРАДОВ Василий Иванович (7.1.1874, Ҡазан губ. Алабуға ҡ. — 12.11. 1948, Ҡазан), комп., муз.- йәмәғәт эшмәкәре. ТАССР- ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1944). Мәскәү ун-тын тамамлағандан...
ВОКАЛЬ МУЗЫКА
ВОКАЛЬ МУЗЫКА, йырлау өсөн тәғәйенләнгән музыка. В.м. әҫәрҙәре башҡарыусылар составы б‑са [яңғыҙ, ансамбль, хор м‑н (ҡара: Хор музыкаһы)], муз. ҡоралдарына ҡушылып йәки...

