Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер
Китап Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында аталары яу ҡырында һәләк булып, әсәләре, туғандары аслыҡтан, ауырыуҙарҙан үлеп, үкһеҙ етем ҡалған һуғыш балаларына арнала. Бындай яҙмыш автор ғаиләһен дә, Өфө ҡалаһының 1-се һанлы мәктәп-интернатын 1957 йылда тамамлаған класташтарын да урап үтмәй. Ләкин автор үҙҙәренең яҙмышын бәхетле, тип һанай. Ҡорҙаштарының күбеһе 80 йәште үткән. Илебеҙ уларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алып, балалар йорттарында тәрбиәләү менән бер рәттән белем алыу мөмкинлеге бирә, күптәре Мәскәү, Ленинград ҡалаларының юғары уҡыу йорттарында белем алыу хоҡуғына эйә була. Артабан, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡас та, улар тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеп, иле өсөн кәрәкле белгестәр – билдәле ғалимдар, предприятие етәкселәре, инженерҙар, уҡытыусылар, врачтар – булып хеҙмәт итә. Баҫма балаларға һәм үҫмерҙәргә, ата-әсәләргә һәм педагогтарға тәғәйенләнә. Авторҙың донъя фәне үренә артылған юлы айырым урын алып тора, был, һис шикһеҙ, фән өлкәһенә аяҡ баҫыусылар өсөн файҙалы үрнәк булыр, тип ышана ул.