Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРИВОШЕЕВА Олеся Александровна

Просмотров: 1197

КРИВОШЕЕВА Олеся Александровна (3.12.1983, Өфө ҡ.), математик. Физика‑математика фәндәре докторы (2019). А.С.Кривошеевтың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (2007), 2006 й. алып шунда уҡ эшләй: хисаплау математикаһы кафедраһы лаборанты, 2007 й. — уҡытыусы, бер үк ваҡытта 2015 й. башлап математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультетында фәнни эштәр буйынса декан урынбаҫары һәм 2022 й. алып декан вазифаһын башҡарыусы. Фәнни эшмәкәрлеге функциялар теорияһы һәм комплекслы анализ өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. К. тарафынан экспоненциаль күпбыуындар һәм уларҙың айырым осраҡтары өсөн Абель һәм Коши‑Адамар теоремаларының аналогтары, һайлап алынған ҡабарынҡы өлкәлә фундаменталь принцип проблемаһының тулы сиселеше, экспоненциаль мономдар рәтенең тура килеү өлкәһе сигендә айырым нөктәләрҙең таралышы буйынса һөҙөмтәләр алынған. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2021).

Хеҙм.: Целые функции экспоненциального типа. Ряды Дирихле. Уфа, 2015 (авторҙ.).

 

Дата публикации: 08.09.2022
Дата последнего обновления публикации: 14.10.2022