Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АЛЛАҺЫҘ”, журнал

Просмотров: 1907

“АЛЛАҺЫҘ”, ижтимағи‑сәйәси, фәнни һәм әҙәби журнал. Һуғышсан аллаһыҙҙар союзының Башҡортостан өлкә советы органы. Өфө ҡ. айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға (1929 й. айырым һандарҙың исемдәре һәм текст өлөштәре — татар телендә). 1928 й. майынан “Дәһри”, 1929 й. ғинуарынан алып 1935 й. июненә тиклем “А.” исеме менән нәшер ителә. 1933 й. бер һан донъя күрә. Фәнни, дингә ҡаршы материалдар, әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр баҫтыра, халыҡтың грамоталылығын үҫтерергә саҡыра. Баҫманың төрлө йылдарҙа мөхәррирҙәре: Б.Ишемғол, Г.Алтай, Ш.Шәһәр, Г.Сирай һ.б.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.04.2023