Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АТЕИЗМ

Просмотров: 2095

АТЕИЗМ (грек. а... һәм theos — алла), дини хөрәфәттәрҙе һәм табыныуҙы инҡар итеүҙең һәм донъялағы йәшәйештең һәм кешенең үҙ аллы ҡиммәтен раҫлауҙың тарихи йәһәттән төрлө формалары. Революцияға (1917) тиклемге Башҡортостанда динде тәнҡитләү хөр фекерлелек һәм фекерләү азатлығы сиктәренән ситкә сыҡмай (ҡара: Мәғрифәтселек фекере). Рев‑циянан һуң ХКС‑тың “Сиркәүҙе дәүләттән һәм мәктәпте сиркәүҙән айырыу тураһында” декретына (1918 й. 5 февр.) ярашлы, выждан ирке һәм диндәр тиңлеге иғлан ителә, православие руханиҙары һәм мосолман руханиҙары — сәйәси хоҡуҡтарҙан, ер милкенән һәм дәүләттең финанс ярҙамынан, ә дини ойошмалар юридик шәхес булыу хоҡуғынан мәхрүм ителә, уларҙың мөлкәте национализациялана. 1918 й. йәйенән дини уҡыу йорттары ябыла башлай (ҡара: Дин буйынса белем биреү). СССР донъяла тәүге тулыһынса атеистик дәүләткә әүерелә, атеистик пропагандаға хоҡуҡ Конституцияла нығытыла. 20—30-сы йй. БАССР‑ҙа, тотош илдәге кеүек үк, “һуғышсан атеизм” тип аталған төрө тарала. Дингә ҡаршы өгөт‑нәсихәт Һуғышсан аллаһыҙҙар союзы (18 меңдән ашыу ағза), төрлө атеистик түңәрәктәр аша тормошҡа ашырыла. “Безбожник” гәз., “Аллаһыҙ”, “Антирелигиозник” (“Дингә ҡаршы”), “Безбожник” (“Аллаһыҙ”) ж. һ.б. нәшер ителә. Дини эшмәкәрҙәр репрессиялана, диндарҙар ҡыҫырыҡлауға дусар ителә. 40-сы йй. башлап һуғышсан А. сәйәсәте фәнни А. сәйәсәте м‑н алмаштырыла башлай. 50-се йй. юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында “Фәнни атеизм нигеҙҙәре” курсы индерелә, А. пропагандистик кадрҙары киске марксизм-ленинизм ун‑ттарының атеистик ф‑ттарында әҙерләнә. 90-сы йй. башында выждан ирке т‑дағы закондар ҡабул ителгәс донъяуи дәүләттә дингә ышаныусылар м‑н атеистарҙың тулы тиңлеге урынлаша. Башҡортостанда А. һәм атеистик тәрбиә проблемаларын өйрәнеү м‑н Д.М.Азаматов, К.В.Ғирфанов, Б.Ишемғол, Р.З.Штейнгарт һ.б. шөғөлләнә.

Әҙәб.: Сергеев Ю.Н., Абдулов Н.Т. Уфимская епархия в 1943—1964 гг.: очерки истории государственно-церковных отношений. Уфа, 2000; Фаизов Г.Б. Ислам и государство: единство, противоборство, конвергенция. Уфа, 2010.

Ғ.Б.Фәйезов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: