“БАБИЧ”, журнал
1412
“БАБИЧ”, рәсемле әҙәби, ижтимағи‑сәйәси, сатирик журнал. Нәшриәтсе‑мөхәррирҙәре: Д.Юлтый, И.Рәмиев, Н.Ҡадиров. 1922—23 йй. Өфө ҡ. иҫке башҡ. телендә сыға, “Октябрьский натиск” типографияһында (ҡара: Өфө полиграфкомбинаты) баҫыла. 1922 й. 1 мең дана тираж менән 2 һаны (ноябрҙә һәм декабрҙә) сыға. Журнал биттәрендә руханиҙар, нэпмандар, бюрократтарға һ.б. ҡаршы йүнәлтелгән мәҡәләләр, шиғырҙар, фельетондар баҫыла. 1923 й. сыҡҡан 3‑сө һәм 4‑се һандары конфискациялана. Баҫма совет власын тәнҡитләүҙә ғәйепләнеп ябыла.
Тәрж. Р.М.Шәрипова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: