ӨФӨ ПОЛИГРАФКОМБИНАТЫ
ӨФӨ ПОЛИГРАФКОМБИНАТЫ, китап продукцияһы етештереү пр‑тиеһы (йылына яҡынса 1 млн дана китап‑журнал продукцияһы сығара, ш. иҫ. 0,5 млн ҡаты тышлы китап); уҡыу, уҡытыу‑методик, нәфис әҙәбиәт, альбомдар, плакаттар, календарҙар, открыткалар, буклеттар һ.б. нәшер итә. Составында китап баҫыу, китап төпләү цехтары, ҡағыҙ әҙерләү һәм баҫмаға тиклем әҙерләү участкалары бар. 2013 й. 130 кеше эшләгән. Төп заказсылары: “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы, “Ағиҙел”, “Аманат”, “Бельские просторы”, “Шоңҡар” журналдары. 1922 й. 1‑се, 2‑се, 3‑сө, 4‑се Совет типографиялары базаһында “Октябрь баҫымы” дәүләт респ. типолитографияһы булараҡ асыла, 1962 й. алып Ө.п., 2005 й. — ДУП, 2016 й. Башҡ‑н “Китап” нәшриәте составына инә. 2004 й. пр‑тиела БР‑ҙа берҙән‑бер булған “Колбус” китап производствоһы линиялары ҡуйыла (Германия).
Әҙәб.: Уфимский полиграфкомбинат. Уфа, 2002.
Ш.Р.Бикҡолов
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев