Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАКАЛАВРИАТ

Просмотров: 1294

БАКАЛАВРИАТ, юғары белем системаһында тәүге баҫҡыс. “Бакалавр” дәрәжәһе база юғары белем программаһын (4 йыл) үҙләштергәндән һуң бирелә һәм магистр дәрәжәһе (ҡара: Магистратура) алыр өсөн уҡыуҙы дауам итеү хоҡуғын бирә. Күп кенә сит илдәрҙә (АҠШ, Англия һ.б.) бакалавр — ун‑т тамамлағандан һуң алынған тәүге ғилми дәрәжә. Францияла тулы урта мәктәп тамамлаусыларға тапшырыла һәм вуздарға инеү хоҡуғын бирә. Рәсәйҙә 18 б. аҙ. бакалавр тип Мәскәү ун‑ты эргәһендәге Уҡытыусылар ин‑тын тамамлаусылар аталған. РФ‑та Б. 1990‑сы йй. алып индерелә, БР‑ҙа — 1992 й. башлап (БДУ, Көнсығыш иҡт.-юридик гуманитар акад., ӨДАТУ, ӨДНТУ һ.б.).

Г.Ғ.Имамова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: