БАҠАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1
873
БАҠАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Баҡалы р‑ны. 1907 й. ҡала училищеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1918 й. алып 2‑се баҫҡыс мәктәбе, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп (1932—37 йй. өлгөлө), 1935 й. хәҙерге статусын ала, 1967 й. алып хәҙерге исемен йөрөтә. Уҡытыу оҫтаханалары, А.В.Коновалов (ойоштороусыһы) ис. тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Урта мәктәпте яҡынса 4,3 мең кеше тамамлаған (2011), улар араһында А.И.Грекова, В.Н.Зотов, Я.Д.Костин.
Т.Ә.Фәрүәзов
Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: