Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗОТОВ Виктор Никифорович

Просмотров: 1606

ЗОТОВ Виктор Никифорович [29.5.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Баҡалы а. (БР‑ҙың Баҡалы районы) — 16.7.1996, Өфө ҡ.], миномётсы, гвардия майоры (1953). Дан орденының тулы кавалеры. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Иваново хәрби‑сәйәси училищеһын (1947), БДУ‑ны (1964) тамамлаған. 1942 й. алып Совет армияһында. 1943 й. июленән Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында 37‑се, 5‑се гвардия армиялары составында 15‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 614‑се айырым миномёт полкы миномётсыһы, ноябрҙән миномёт расчёты командиры булып хеҙмәт итә. Дан ордендары менән З. 1944 й. 6 апрелендә Молдавия ССР‑ының Слободзея а., 1945 й. 24 һәм 27 ғинуарында Прейсдорф а. (Германия) һәм 16—17 апрелдә Берлин ҡ. янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1956) 1995 й. тиклем Октябрьский һәм Өфө ҡҡ. уҡытыусы, урта мәктәптәр директоры булып эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 1‑се (1945 й. июне), 2‑се (шул уҡ йылдың марты) һәм 3‑сө (1944 й. майы һәм сентябре) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Баҡалы а. урамға З. исеме бирелгән, Октябрьский ҡ. Геройҙар аллеяһында уға бюст, Өфө ҡ. ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  Әҙәб.: Ш а р и п о в Ф. Я люблю тебя, жизнь! //Славные сыны Башкирии. Кн.5. Уфа, 1985.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.02.2023