БАШҠОРТ ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ
698
БАШҠОРТ ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ. 1992 й. Өфөлә БР Мәғариф министрлығы һәм “Сэрхат” төрөк фирмаһы килешеүе б‑са Башҡ.‑төрөк лицейы булараҡ нигеҙ һалына, 2003 й. алып Республика башҡорт лицей‑интернаты. Уҡытыу 3 телдә алып барыла: инглиз (математика, физика, химия, информатика, иҡтисад), урыҫ (биология, тарих, география, йәмғиәтте өйрәнеү) һәм башҡ. (Башҡортостан мәҙәниәте). Малайҙар 6 кластан һуң конкурс б‑са ҡабул ителә. Уҡыу йортон 700‑гә яҡын кеше тамамлаған (2011).
Ф.Й.Нуриев
Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: