Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШНИПИСТРОМ”

Просмотров: 1438

“БАШНИПИСТРОМ”, Башҡортостан төҙөлөш материалдары сәнәғәте ғилми-тикшеренеү һәм проект институты, ДУП. Өфөлә 1929 й. Башҡортостан ғилми‑тикшеренеү институтының сәнәғәт бүлеге булараҡ асыла, 1932 й. башлап Башҡ‑н сәнәғәт, 1940 й. — төҙөлөш материалдары ҒТИ, 1947 й. алып Рәсәй урындағы төҙөлөш материалдары ҒТИ‑ның Өфө филиалы, 1969 й. — “Оргтехстром” тресы, 1970 й. — “Росоргтехстром” производство‑техник берекмәһенең Өфө филиалы, 1993 й. — “Баштехстром” Өфө пр‑тиеһы, 1998 й. — “Б.” ДУП‑ы. 2007 й. ябыла. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: төҙөлөш материалдарының составын, етештереү һәм ҡулланыу технологияһын өйрәнеү һәм уйлап табыу, производство объекттарын проектлау; ҡалаларҙың, сәнәғәт һәм а.х. пр‑тиеларының һыу хужалыҡтары системаһын һәм ҡоролмаларын, сәнәғәт һәм а.х. ҡалдыҡтарын утилләштереү технологияларын, һыу ресурстары һәм тәбиғәт ресурстары өлкәһендә нормативтар әҙерләү; төҙөлөш материалдары сәнәғәте пр-тиеларының әҙер продукцияһын һынау һ.б. Институт составында 4 бүлек, 2 лаб. була. 35 ғилми хеҙм‑р араһында 2 ф. д‑ры һәм 4 канд. (2004). Институт ғалимдары тарафынан утҡа сыҙамлы материалдар һәм тоташтырыуҙа фосфат ҡулланылған композициялар етештереү технологияһы, ҡоролманы коррозиянан һаҡлау өсөн составтар уйлап табыла; институттың техник ярҙамы м‑н кирбес, керамзит, тимер-бетон заводтары файҙаланыуға тапшырыла (ҡара: Өфө тимер‑бетон заводы №1, Өфө тимер-бетон заводы №2); Силәбе, Ырымбур һ.б. өлкә пр-тиелары өсөн сеймал базаһы булдырыла. 1970—90 йй. СССР терр‑яһында 800-ҙән ашыу мәғдән булмаған сеймал тикшерелә. Институт асыштары БР, РФ‑тың башҡа төбәктәре, Белоруссия, Ҡаҙағстан пр‑тиеларында индерелә. Ағасты механик эшкәртеү үҙәк ҒТИ (Архангельск ҡ.) м‑н берлектә ағас һәм ағас әйберҙәрҙе һаҡлағыс эшкәртеү өсөн антисептиктар тикшерелә һәм етештереүгә индерелә. РФ, Украина ҒТИ‑лары һәм үҙәктәре м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Дир.: Чернуха (1931 й. алып), Алексеев, Вәлиев (икеһе лә — 1940 й.), Моисеев, Шефер, Байдаков, Богомолов (бөтәһе лә — 1941 й.), Куприянов (1947 й. алып), Черников (1949 й. алып), Прытков (1965 й. алып), Н.И.Дымов (1966 й. алып), С.В.Харитонов (1975 й. алып), Ф.Й.Абыҙгилдин (1977 й. алып, 1996 й. алып), В.И.Щелков (1985 й. алып), Ф.Ш.Шайханов (1989 й. алып), А.М.Чермянин (1993 й. алып), М.М.Евменов (1994 й. алып), Р.Н.Ғәлиәхмәтов (1998 й. алып), В.М.Макрушин (2005 й. алып вазифа башҡарыусы).

Р.Н.Ғәлиәхмәтов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019