Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘЛӘБӘЙ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ ҺӘМ ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ ТЕХНИКУМЫ

Просмотров: 1611

БӘЛӘБӘЙ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ ҺӘМ ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ ТЕХНИКУМЫ, 1930 й. Өфөлә үҫемлектәрҙе һаҡлау техникумы булараҡ нигеҙ һалына. 1931 й. Дәүләкән р‑ны Дәүләкән ҡасабаһына күсерелә һәм а.х. үҫемлектәре ҡоротҡостары м‑н көрәш техникумы тип үҙгәртелә. 1940 й. алып Бәләбәй ҡ.: а.х. механизациялау һәм электрлаштырыу техникумы, 1986 й. “Рассвет” совхозы м‑н ҡушылғандан һуң “Бәләбәй” совхоз‑техникумы, 2001 й. — Б.а.х.м. һ. э.т., 2015 й. башлап бер нисә һөнәрселек лицейы һәм училищеһы, ш. иҫ. һөнәрселек лицейы №89,  ҡушылғандан һуң Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә а.х. механизациялау, автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе, а.х. электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, иретеп йәбештереү, слесарлыҡ, токарлыҡ, тимерсе цехтары булған уҡыу‑производство оҫтаханалары, электрополигоны бар. 20 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2011), улар араһында Д.М.Бүләков, Р.М.Бәҙретдинов, И.А.Киселёв. Техникум бинаһында Бүләковҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2000).

Т.Х.Бәхтейәров

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: