Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕСПОПОВСЫЛАР, беспоповщиналыҡ

Просмотров: 1419

БЕСПОПОВСЫЛАР, беспоповщиналыҡ, старообрядсылыҡта 17 б. аҙ. барлыҡҡа килгән ағымдарҙың береһе. Б. тәғлимәтендә иң мөһиме — раскол дәүеренән Ерҙә Антихрист хакимлыҡ итеүе т‑дағы күҙаллау. Б. фекеренсә, шул саҡта “ысын” (“иҫке”) дин юҡ ителә лә инде. Старообрядсылыҡ соборҙарында (Новгород ҡ., 1692, 1694) попһыҙлыҡтың төп положениелары раҫлана. Б. сиркәү иерархияһын инҡар итә һәм “дөйөм руханилыҡ” (“һәр христиан — рухани”) принцибын иғлан итә. Христиан йолаларынан суҡындырыу һәм тәүбәгә килеү генә һаҡланып ҡала, уларҙы, ғибәҙәт ҡылыу кеүек үк, һайланма етәкселәр башҡара. Сиркәү эсендә фекер айырымлыҡтары Б. бик күп толктар һәм согласиеларға бүленеүенә килтерә: диңгеҙ буйы толкы (никах яҡлылар); федосий согласиеһы (никахҡа ҡаршылар); спас согласиеһы, йәки нетовщина; дәрүишлек согласиеһы, йәки бегундар (дәүләт власының Алла тарафынан ҡуйылғанлығын инҡар итеү) һ.б. Рәсәйҙә Б. иң ҙур үҙәктәренең береһе Выг общежительствоһы була (1694, Карелияла Выг й.). Әлеге көндә Б. общиналары РФ-тың ҡайһы бер өлкәләрендә һәм Балтик буйында һаҡланып ҡалған. Башҡортостанда Б. 18 б. уртаһында күренә башлай. Ырымбур губернаһында диңгеҙ буйы толкына ҡараған Б. иң күп һанлы була (1826 й. — 40410 кеше). Өфө губернаһында 1898 й. төрлө толк һәм согласиеға ҡараған Б. һаны 27060 кеше (Бәләбәй өйәҙендә — 2813, Бөрө өйәҙендә — 3295, Златоуст өйәҙендә — 5881, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 8228, Өфө өйәҙендә — 6843) тәшкил итә. 1920 йй. дин тыйылғас, Б. һаны кәмей; 1931 й. респ. 9 ғибәҙәтхана була, 30-сы йй. уртаһында улар ябыла. 1961 й. 5 община (275 кеше) була. БР-ҙа Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. спас согласиеһына ҡараған 2 ойошма һәм Өфөлә диңгеҙ буйы согласиеһындағы 1 ойошма теркәлгән (2009). Б. рәсми булмаған берекмәләре Асҡын, Балаҡатай, Дыуан, Иглин, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы р‑ндарында бар.

Әҙәб.: Данилко Е.С. Старообрядчество на Южном Урале: очерки истории и традиционной культуры. Уфа, 2002.

Е.С.Данилко

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: