БИКМӘТОВ Альберт Әлмир улы
БИКМӘТОВ Альберт Әлмир улы (26.10.1964, Өфө ҡ.), спортсы. Парашют спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2003). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.А.Пинчук). Шәхси зачётта пара-ски буйынса Рәсәй (1996—98), Югославия (2000) чемпионы, Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2001—02). Команда зачётында пара-ски буйынса СССР (1987), Рәсәй (1996—98, 2001—05, 2009) чемпионы, донъя чемпионаттарының көмөш (1998) һәм бронза (2005) призёры. Рәсәй чемпионатының билдәләнгән урынға аныҡ төшөү буйынса парашют менән һикереүҙәрҙә еңеүсеһе, шәхси зачётта икебәйгелә бронза призёры (2008); Рәсәй чемпионатының классик парашютизм буйынса команда зачётында икебәйгелә көмөш призёры (2019). СССР (1987—91), Рәсәй Хәрби һауа көстәре (1992 й. алып) йыйылма командаһы ағзаһы.
Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина