Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘСӘЙ ДОСААФ-ЫНЫҢ АВИАЦИЯ СПОРТ КЛУБЫ

Просмотров: 2003

РӘСӘЙ ДОСААФ-ЫНЫҢ АВИАЦИЯ СПОРТ КЛУБЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1933 й. Башосоавиахимдың (ҡара: Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте) Өфө аэроклубы булараҡ асыла, 1949 й. алып ВЛКСМ‑дың 30 йыллығы ис. авиация спорт клубы, 1965 й. — авиация уҡыу үҙәге, 1967 й. — ДОСААФ‑тың авиация спорт клубы, 1998 й. — БР‑ҙың М.Ғ.Гәрәев ис. РОСТО үҙәк авиация спорт клубы, 2010 й. башлап БР‑ҙың ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы М.Ғ.Гәрәев ис. Рәсәй ДОСААФ‑ының үҙәк авиация спорт клубы. 30‑сы йй. клубта авиамодель, парашют, планер һәм самолёт секциялары, 1974—90 йй. вертолёт спорты секцияһы эшләй. 90‑сы йй. парапланеризм, пара‑ски, мотодельтапланеризм секциялары булдырыла (ҡара: Дельтаплан спорты). 1935—40 йй. клубтың авиамоделселәре осоу оҙайлығы, алыҫлығы һәм осоу тиҙлеге б‑са 8 донъя һәм 9 бөтә Союз рекордтары ҡуя (ҡара: Авиамодель спорты). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында аэроклуб фронт өсөн 1 меңдән ашыу лётчик һәм парашютсы әҙерләй, уларҙың 14‑е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була (Гәрәев — ике тапҡыр). Тәрбиәләнеүселәре В.П.Гореславец, М.С.Ғәлиәк-бәров, С.А.Домрачев, С.Е.Журавлёва, В.П.Марюткин, А.П.Подгорный, А.К.Сырчин, Н.М.Сырчина һ.б. парашют спорты б‑са 13 донъя рекорды ҡуя. Лётчиктар Б.Д.Бородкин, Н.Е.Жарикова, Г.А.Поверенов самолёт Q5спорты б‑са РСФСР чемпиондары; В.Л.Брен, В.Н.Иванов, В.Ф.Поставная вертолёт спорты б‑са СССР чемпиондары була. 1973 й. клуб тәрбиәләнеүсеһе В.М.Янченкоға Советтар Союзы Геройы, 1994 й. И.Р.Закировҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме биреләКлуб м‑н К.Н.Игнатьев, Ғ.М.Ишмырҙин, Подгорный, В.А.Соколов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Б.Ә.Мусин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2021