Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨРӨ ТАТАР ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

Просмотров: 863

БӨРӨ ТАТАР ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1922 й. 3 йыллыҡ татар‑башҡ. пед. курстары (1919) нигеҙендә татар‑башҡ. пед. техникумы булараҡ нигеҙ һалына. 1924 й. алып Николо‑Берёзовка мари пед. Техникумы м‑н берләшкәндән һуң (1930 й. яңынан айырылып сыға) пед. техникумы, 1930 й. урыҫ пед. техникумы ҡушыла, 1934—36 йй. А.М.Таһиров ис., 1937 й. алып Б.т.п.у. Уҡытыу татар һәм урыҫ мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү (1931 й. алып) бүлектәрендә көндөҙгө һәм ситтән тороп (1934 й. алып) уҡыу формаһында алып барыла. 1926—33 йй. сәйәси-ағартыу бүлеге була. Башланғыс мәктәп уҡытыусылары курсы (5, 7, 9 һәм 10 айлыҡ), Асҡын, Байҡыбаш районы, Балтас, Бөрө, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел, Мишкә р‑ндарында уҡытыу-консультация пункттары эшләй. Уҡыу йортон яҡынса 4 мең белгес тамамлаған, улар араһында Ғ.Әмири; бында ш. уҡ А.Карнай уҡыған. 1955 й. ябыла.

З.Ю.Әхмәҙиева

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019