ӘМИРИ (Әмиров) Ғәйнан Ғимазетдин улы
ӘМИРИ (Әмиров) Ғәйнан Ғимазетдин улы [25.8.1911, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Яңы Уртауыл а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) – 9.10.1982, Өфө], яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939).Б.В. һуғышындаҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1938). 1938–42 йй., 1952–55 йй. ТТӘИ‑лә ғилми хеҙм‑р, сектор мөдире. 1946–47 йй. Башҡ‑н китап нәшриәтендә сектор мөдире, 1949 й. БАССР Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, 1951 й. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑тында сектор мөдире. 1948 й., 1950 й., 1955–57 йй. “Үктәбер” һәм “Әҙәби Башҡортостан” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) яуаплы секретарь, мөхәррир урынбаҫары. “Яңы уйҙар” (1933) исемле тәүге очерктар китабында ауылдағы соц. үҙгәрештәр сағыла. “Алтын” (1940), “Һалдат йөрәге” (1944), “Йәшәү шатлығы” (1950; урыҫса тәржемәһе “Радость жизни”, 1953) хикәйәләр һәм шиғырҙар йыйынтыҡтарының төп геройҙары – ябай хеҙмәтсәндәр, Тыуған илде һаҡлаусылар. С.Я.Маршак, Н.А.Некрасов, А.С.Пушкин һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. 1‑се (1965) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Ә. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Ә ҫ ә р ҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 1961—1962; Жизнь — не сабантуй: стихи. Уфа, 1972.
М.Ф.Ғәйнуллин
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов