Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЛАГОВЕЩЕН ГИМНАЗИЯҺЫ №1

Просмотров: 902

БЛАГОВЕЩЕН ГИМНАЗИЯҺЫ №1, 1907 й. ҡыҙ балалар өсөн 4 класлы ауыл прогимназияһы булараҡ асыла, 1913 й. алып ҡыҙ балалар гимназияһы, 1919 й. — Благовещен юғары башланғыс ир балалар уч‑щеһы (1913 й. асылған) м‑н берләшкәндән һуң 2‑се баҫҡыс мәктәбе, 1930 й. — тулы булмаған урта, 1933 й. — 1‑се урта мәктәп (1965 й. Благовещен ҡ. башланғыс мәктәбе уның составына инә), 1993 й. — 1‑се мәктәп‑гимназия, 1999 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Благовещен урман хужалығы нигеҙендә мәктәп урмансылығы бар. 1‑се Б.г. м‑н П.М.Лебедев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Уҡыу йортон яҡынса 8,3 мең кеше тамамлаған (2011), улар араһында М.И.Сыртланов. Мәктәп ихатаһында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға обелиск ҡуйылған (1975).

И.Р.Жданова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: