ПРОГИМНАЗИЯЛАР
ПРОГИМНАЗИЯЛАР, Рәсәйҙәге тулы булмаған урта уҡыу йорттары, гимназияның башланғыс кластарына тап килгәндәр. Ирҙәр, ҡатын‑ҡыҙҙар, хәрби П. булған. Гимназияларҙың һәм прогимназияларҙың уставына (1864) һәм “Ҡатын‑ҡыҙҙар гимназиялары һәм прогимназиялары тураһында положение” ға (1870) ярашлы, 2‑се һәм 3‑сө разрядлы уч‑щелар базаһында ойошторолғандар; классик һәм реаль төрҙәре булған. Халыҡ мәғарифы министрлығы (ҡатын‑ҡыҙҙар П. – ш. уҡ Императрица Мария учреждениелары ведомствоһына), хәрби П. Хәрби министрлыҡ ҡарамағында булған. Ҡаҙна, земстволар, айырым кешеләр аҡсаһына тотолғандар. Ирҙәр П. – инспектор (гимназия дир. тарафынан тәғәйенләнгән), ҡатын‑ҡыҙҙар П. начальница (попечителлек советы тарафынан һайланған) етәкселек иткән. Башланғыс белеме булған һәм ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырған бөтә ҡатлам балалары ла ҡабул ителгән. Уҡыу түләүле булған. 4 класлы булғандар, әҙерлек һәм пед. кластар ҙа асыла алған. Уҡыу программаһына — урыҫ теле, тарих, тәбиғәтте өйрәнеү, геогр., матем., таҙа яҙыу, һыҙым, Алла Ҡануны, ҡатын‑ҡыҙҙар П. — ш. уҡ ҡул эштәре; мәжбүри булмаған предметтар иҫәбенә немец, фр., грек, латин телдәре, рәсем, музыка, йыр, ритмика ингән. Тамамлаусылар имтиханһыҙ гимназияның киләһе класына күсергә, башланғыс халыҡ училищеларында уҡытырға, хәрби П. тамамлағандан һуң юнкер уч‑щеларына, строевой булмаған вазифалар өсөн унтер‑офицерҙар әҙерләүсе махсус мәктәптәргә инергә хоҡуҡ алған. П. күпселеге гимназияға үҙгәртелгән. 1918 й. П. бөтөрөлә. РФ Хөкүмәтенең “Мәктәпкәсә йәштәге һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн мәғариф учреждениеһы тураһындағы типовой положениены раҫлау хаҡында”ғы ҡарарына (1997 й. 19 сент.) ярашлы, тәрбиәләнеүселәре һәм уҡыусылары үҫешендә бер йәки бер нисә йүнәлеште өҫтөнлөклө тормошҡа ашырыусы уҡыу йорттары була‑ раҡ яңынан асыла башлайҙар. Ырымбур губернаһында тәүге П. 1864 й. Бөрө ҡ. (ҡара: Бөрө ҡыҙ балалар гимназияһы) һәм 1868 й. Ырымбур ҡ. (ҡара: Ырымбур хәрби прогимназияһы) асыла. Өфө губернаһында Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булған П. Бәләбәй (ҡара: Бәләбәй урта мәктәбе №1), Минзәлә (1873 й. нигеҙләнгән), Стәрлетамаҡ (1876), Өфө (1899) ҡҡ., Өфө өйәҙенең Благовещен Заводы ҡасабаһында (ҡара: Благовещен гимназияһы №1), Златоуст өйәҙенең Мәсәғүт а. (1907 й. нигеҙләнгән) һ.б. эшләгән. Өфөлә ш. уҡ С.Хитровскаяның һәм Е.Овчинникованың шәхси П. асылған. 1880 й. уҡыусылар араһында дворян һәм чиновник балалары ирҙәр П. — 25,4%, ҡатын‑ҡыҙҙар П. – 19,4%; урыҫ булмаған милләт балалары яҡынса 10% була. БР‑ҙа 144‑се Башҡ. прогимназияһы, “Әлифба” 2‑се татар прогимназияһы (икеһе лә — Өфө), Башҡ. прогимназияһы (Ағиҙел ҡ.) һ.б. эшләй (2008).
Әҙәб.: А м и н о в а Л.Я. История женского образования в Башкирии. Вторая половина XIX — начало XX века. Уфа, 2005.
Т.М.Әминев
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина