Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЛАГОВЕЩЕН УҠЫТЫУСЫЛАР СЕМИНАРИЯҺЫ

Просмотров: 1010

БЛАГОВЕЩЕН УҠЫТЫУСЫЛАР СЕМИНАРИЯҺЫ, 1876 й. Өфө өйәҙе Благовещен Заводы ҡасабаһында (хәҙ. Благовещен ҡ.) нигеҙ һалына. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Тәрбиәләнеүселәр ҡаҙна, земство иҫәбенә стипендия ала, үҙ иҫәбенә уҡый (своекоштныйҙар). 1893—98 йй. б.у.с. йәмәғәт аҡсаһына уҡыған башҡорттар ҡабул ителә. Семинарияла 3 йыллыҡ (1908 й. алып 4 йыллыҡ) уҡытыу курсы була. Йыл һайын төрлө ҡатламдан 2 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы кимәлендә имтихан тотҡан һәм әҙәпле тәртибе т‑да баһалама тапшырған 15—16 йәшлек 30 үҫмер ҡабул ителә. Уҡыу йорто ябыҡ типта була: рөхсәтһеҙ терр‑я сигенән сығырға ярамаған, бөтә дини йолаларҙы үтәргә ҡушылған. Уҡытыусылар семинарияларының мотлаҡ программаһынан тыш, китап төпләү, ағас оҫтаһы, токарлыҡ һәм слесарлыҡ эше, скрипкала уйнау нигеҙҙәре уҡытыла, гимнастика инә. Китапханаһы, емеш-еләк баҡсаһы, питомнигы, ат һарайҙары була. Семинария эргәһендә сиркәү эшләгән (1896 й. алып). Пед. практикаһын ойоштороу өсөн Б.у.с. эргәһендә 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы төҙөлә. 800‑гә яҡын башланғыс уч‑ще уҡытыусыһы әҙерләнә. Б.у.с. тамамлаусылар араһында Г.М.Мишенёв. 1919 й. 3 йыллыҡ даими пед. курстарына үҙгәртелә (ҡара: Благовещен педагогия колледжы). Дир.: Н.С.Еремеев (1876 й. алып), М.А.Зернов (1883 й. алып), Н.П.Вишневецкий (1907 й. алып), В.А.Некрасов (1912—18).

Т.М.Әминев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019