Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҠЫТЫУСЫЛАР СЕМИНАРИЯЛАРЫ

Просмотров: 1319

УҠЫТЫУСЫЛАР СЕМИНАРИЯЛАРЫ, Рәсәйҙә башланғыс мәктәп уҡытыусылары әҙерләгән ябыҡ типтағы урта проф. уҡыу йорттары. Уҡытыусылар семинариялары тураһындағы положениеға (1870) ярашлы ойошторолған. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булған. Ҡаҙна, земстволар, айырым кешеләрҙең аҡсаһына тотолған. 15—16 йәше тулған, 2 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы программаһы б‑са имтихан тапшырған һәм өлгөлө тәртибе т‑да баһалама килтергән бөтә ҡатлам балалары ҡабул ителгән. Уҡыу түләүле булған. Тәрбиәләнеүселәрҙең күбеһе стипендия алған. Уҡыу курсы 3—4 йыл тәшкил иткән, әҙерлек класы эшләгән. Уҡыу программаһына Алла Ҡануны, пед., психология, урыҫ һәм славян телдәре, алгебра башланғысы м‑н арифметика, геом., тарих, геогр., тәбиғәт белеме, физика, ер үлсәү, һыҙма һ.б. ингән. У.с. китапханалары, пансиондары, һөнәрселек оҫтаханалары, баҡсалары, питомниктары, йәшелсә баҡсалары, ярҙамсы хужалыҡтары булған. Пед. практика ойоштороу өсөн У.с. эргәһендә 1 һәм 2 класлы башланғыс халыҡ уч‑щелары асылған. Өлкәндәр өсөн йәкшәмбе мәктәптәре эшләгән. 1919 й. 3 йыллыҡ пед. курстарына, һуңынан пед. техникумдарына үҙгәртелгән. Өфө губернаһында тәүге У.с. 1876 й. Өфө өйәҙенең Благовещен Заводы ҡасабаһында (ҡара: Благовещен уҡытыусылар семинарияһы) асылған. 1917 й. Башҡортостанда 11 У.с., ш. иҫ. Бәләбәй (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы), Стәрлетамаҡ (1916 й. нигеҙләнгән), Өфө (ҡара: Дарелмөғәллимәт) ҡҡ., эшләй. 1900 й. Благовещен У.с. дворяндар һәм чиновниктар балалары — 3,3%, руханиҙарҙан — 9,7%, казактарҙан — 6%, ҡала ҡатламдарынан — 26%, крәҫтиән балалары 53% тәшкил иткән.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019