Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАБРИКА-ЗАВОД КОМИТЕТТАРЫ

Просмотров: 2047

ФАБРИКА-ЗАВОД КОМИТЕТТАРЫ (ФЗК), ф а б з а в к о м д а р, сәнәғәт пр‑тиелары м‑н транспорт эшселәре һәм хеҙм‑рҙәренең һайланма органдары. Рәсәйҙә революция (1905—07) осоронда профессиональ союздар, эшсе комиссиялары, ком‑ттары һәм союздары м‑н бергә эшселәр синыфын ойоштороу формаһы буларак барлыҡҡа килгән. Профсоюздарҙан айырмалы, ФЗК эшсенең ниндәй профсоюзда тороуына, ҡайһы һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, бер пр‑тие кешеләрен берләштергән. Дөйөм йыйылыштарҙа һайланған. Төп бурыстары: етештереүҙе һәм эшләп сығарылған тауарҙы бүлеүҙе, хеҙмәткә хаҡ ҡуйыуҙы һәм эш хаҡын түләү тарификацияһын контролдә тотоу, пр‑тиеларҙа 8 сәғәтлек эш көнө индереү, эшселәрҙе эшкә алыу һәм сығарыу, уларҙы аҙыҡ-түлек м‑н тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеү. ФЗК эргәһендә эшсе контроле, хаҡ ҡуйыу, конфликттарҙы хәл итеү, мәҙәни-ағартыу, аҙыҡ-түлек һ.б. комиссиялар булдырылған. Комитеттар Ҡыҙыл гвардия һәм эшсе милицияһы отрядтары ойошторған. Башҡортостанда ФЗК‑лар Өфө, Златоуст ҡҡ. пр‑тиеларында, Белорет заводы, Инйәр заводы, Ҡуҫа заводы, Ҡытаутамаҡ заводында һ.б. ойошторолған. Һуңыраҡ улар йәшерен эшләүгә күскән. Революция (1917) ваҡытында Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһы м‑н хеҙмәттәшлек иткән ФЗК‑лар күбәйгән. ФЗК‑лар крайҙың барлыҡ тау һәм металлургия пр‑тиеларында ойошторолған; Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. ФЗК‑ларҙың ҡала берекмәләре барлыҡҡа килгән. ФЗК‑ларҙың Бөтә Рәсәй конференцияһы (Петроград, 1917 й. 17—22 окт.) фабзавкомдарҙың профсоюздар м‑н берләшеү зарурлығын таныған һәм резолюция ҡабул иткән. Унда пр‑тиеларҙа эшсе контроле тик дәүләт власы Советтарға күскән осраҡта ғына уңышлы ғәмәлгә ашырыла ала, тип билдәләнгән. Эшсе ойошмаларының большевиктарға теләктәшлек күрһәтеүе совет власы урынлашыуҙа мөһим роль уйнай. 20 дек. Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советының эшсе секцияһы тарафынан Өфө губерна эшсе контроле советы ойошторола, ул губерна терр‑яһындағы сәнәғәт пр‑тиеларын национализациялауға етәкселек иткән. 1‑се Бөтә Рәсәй профсоюздары съезы (Петроград, 1918 й. 7—14 ғин.) ҡарары б‑са ФЗК‑лар профсоюздар м‑н берләшә һәм беренсел проф. ойошмаларға әүерелә.

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019