ФАДЕЕВ Александр Александрович
ФАДЕЕВ Александр Александрович (11.12.1901, Тверь губ. Кимры а. — 13.5.1956, Мәскәү), яҙыусы. 1939—44 йй. һәм 1954—56 йй. СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, 1946—54 йй. рәйесе. “Ҡыйралыш” (“Разгром”; 1927), “Һуңғы удэге” (“Последний из удэге”; 1—4‑се бүлектәр; 1929—1940), “Йәш гвардия” (“Молодая гвардия”; 1945) һ.б. романдар авторы. Ф. әҫәрҙәре психологик анализ, һүрәтләнгәндәрҙең реаль булыуы һәм романтик күтәренкелек, лиризм бәйләнәше м‑н айырылып тора. 1932 й. бер нисә ай Башҡортостанда була, бында ул художестволы оҫталыҡ проблемалары б‑са лекциялар уҡый, әҙәби кисәләрҙә сығыш яһай; апр. БАССР Яҙыусылар союзының Ойоштороу ком‑тында әҙәби ойошмаларҙы үҙгәртеп ҡороу б‑са кәңәшмә үткәрә, сент. Башҡорт драма театрында М.Горькийҙың әҙәби эшмәкәрлегенә 40 йыл тулыуға арналған кисәлә һ.б. сығыш яһай. Респ. көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш райондарында “Ҡара металлургия” (“Чёрная металлургия”; тамамланмаған; айырым бүлектәре 1959 й. баҫылып сыға) романы өсөн материал йыя. Граждандар һуғышы осоронда Башҡортостанда барған ваҡиғалар һүрәтләнгән “Михаил Васильевич Фрунзе” (1937—1938) очеркында Башҡортостан т‑дағы тәьҫораттары сағылыш тапҡан. “Йәш гвардия” романы мотивтары б‑са Башҡ. драма театрында “Батырҙар” (1947) спектакле ҡуйыла. Әҫәрҙәрен Ә.Вәли, Ф.Ә. Иҫәнғолов, М.Кәрим, Х.Мохтар башҡ. теленә тәржемә иткән. Сталин пр. (1946), Ленин комсомолы пр. (1970) лауреаты. Өфө, Белорет, Октябрьский ҡҡ. Ф. исеме м‑н урамдар аталған; 1932 й. апр. Ф. сығыш яһаған Өфө гарнизонының Офицерҙар йорто бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҫәрҙ.: Ҡыйралыш. Өфө, 1937; Йәш гвардия. Өфө, 1949; Разгром: роман и письма. Уфа, 1982.
Әҙәб.: Рахимгулов М.Г. Любовь моя – Башкирия. Уфа, 1985; Башкирия в русской литературе. Т.6. Уфа, 1997.
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов