Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАЗЛЫЙ Камил

Просмотров: 1528

ФАЗЛЫЙ Камил (ысын исеме Фазлетдинов Камил Нәжми улы; 15.2.1949, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Туҙлыҡыуыш а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (2005), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). Яҙыусылар союзы (1997), Журналистар союзы (2005) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Туҙлыҡыуыш урта мәктәбендә эшләй (1983—94 йй. дир.). Хәҙ. йәмғиәттең кире яҡтарын сағылдырған “Һаҡаллы сабый” (1996), “Ат тәмәке тартып ебәрҙе” (1999; татар телендә), “Әкәмәт эҙҙәр” (2009) һ.б. сатирик, юмористик шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары авторы. Ф.Кәрим ис. (2000), Д.М.Бүләков ис. (2009) пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Бүрек фикере: поэма һәм шигырьләр. Уфа, 2004; Һәр берегез бәхет бөртегем: шигырьләр. Уфа, 2015; Тәпәләй ауылы яңылыҡтары: повестар һәм хикәйәләр. Өфө, 2016.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: