ФӘЙЗИ Әхмәт Әхмәтсафа улы
ФӘЙЗИ (Фәйзуллин) Әхмәт Әхмәтсафа улы (26.2.1903, Өфө — 11.8. 1958, Ҡазан), яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1957) һәм ТАССР‑ҙың (1953) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1922 й. алып Төркөстан АССР‑ы, Өфө мәғариф учреждениеларында эшләй; 1924—26 йй. Донбаста мәҙәни‑ағартыу эштәре алып бара; 1928—30 йй. Мәскәүҙә, ТАССР‑ҙа матбуғат һәм мәғариф өлкәһендә эшләй; 1931 й. башлап Мәскәүҙә йәшәй. “Флейталар”, “Тыуыу һулышы”, “Ҡара таш ниңә өндәшмәй” поэмаларында һәм балладаларында, “Эҙ .әр” (1939), “Дауыл йыры” (1943; бөтәһе лә – татар телендә) йыйынтыҡтарына ингән шиғри әҫәрҙәрендә уның замандаштарының рухи эҙләнеүҙәре һәм ынтылыштары сағылған. Күп һанлы драма әҫәрҙәре авторы: “Пугачёв Ҡазанда” (1951), “Йәлил” (1957) һ.б. Балалар әҙәбиәте өлкәһендә эшләй (“Биноклле күҙәтеүсе”, 1952; “Аусы Мәргән менән Болан ҡыҙ тураһында әкиәт”, 1960 һ.б. шиғырҙар йыйынтыҡтары). Ғ.Туҡайҙың тормошон һәм ижадын өйрәнә, “Туҡай” драмаһын (1938; 1939 й. Башҡорт драма театрында ҡуйыла), ш. уҡ исемле роман (1‑се бүлеге 1952 й. баҫыла; бөтәһе лә – татар телендә) яҙа, уның әкиәте мотивтары б‑са “Шүрәле” балетының либреттоһын ижад итә. “Талантлы лирик” мәҡәләһе М.Кәримгә арналған. ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1958).
Әҫәрҙ.: Әсәрләр: 5 томда. Казан, 1983–1987.
С.Ғ.Сафуанов
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
ФӘЙЗИ (Фәйзуллин) Әхмәт Әхмәтсафа улы (26.2.1903, Өфө — 11.8. 1958, Ҡазан), яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1957) һәм ТАССР‑ҙың (1953) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1922 й. алып Төркөстан АССР‑ы, Өфө мәғариф учреждениеларында эшләй; 1924—26 йй. Донбаста мәҙәни‑ағартыу эштәре алып бара; 1928—30 йй. Мәскәүҙә, ТАССР‑ҙа матбуғат һәм мәғариф өлкәһендә эшләй; 1931 й. башлап Мәскәүҙә йәшәй. “Флейталар”, “Тыуыу һулышы”, “Ҡара таш ниңә өндәшмәй” поэмаларында һәм балладаларында, “Эҙ .әр” (1939), “Дауыл йыры” (1943; бөтәһе лә – татар телендә) йыйынтыҡтарына ингән шиғри әҫәрҙәрендә уның замандаштарының рухи эҙләнеүҙәре һәм ынтылыштары сағылған. Күп һанлы драма әҫәрҙәре авторы: “Пугачёв Ҡазанда” (1951), “Йәлил” (1957) һ.б. Балалар әҙәбиәте өлкәһендә эшләй (“Биноклле күҙәтеүсе”, 1952; “Аусы Мәргән менән Болан ҡыҙ тураһында әкиәт”, 1960 һ.б. шиғырҙар йыйынтыҡтары). Ғ.Туҡайҙың тормошон һәм ижадын өйрәнә, “Туҡай” драмаһын (1938; 1939 й. Башҡорт драма театрында ҡуйыла), ш. уҡ исемле роман (1‑се бүлеге 1952 й. баҫыла; бөтәһе лә – татар телендә) яҙа, уның әкиәте мотивтары б‑са “Шүрәле” балетының либреттоһын ижад итә. “Талантлы лирик” мәҡәләһе М.Кәримгә арналған. ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1958). Ә ҫ ә р ҙ.: ªñºðëºð : 5 òîìäà . Êàçàí , 1983–1987. Ñ.Ғ.Ñàôóàíîâ Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов