ФӘЙЗИ Мирхәйҙәр Мостафа улы
ФӘЙЗИ (Фәйзуллин) Мирхәйҙәр Мостафа улы (19.10.1891, Орск ҡ. эргәһендәге Күкшел утары — 9.7. 1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Баймаҡ а., хәҙ. Баймаҡ ҡ.), драматург. Орск ҡалаһындағы мәсет эргәһендәге (1902—05), “Хөсәйениә” (1907) мәҙрәсәләрендә уҡый. 1919 й. алып мәҙәни‑ағартыу эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнә, Бөрйән‑Түңгәүер кантонының Юлыҡ, Темәс аа. (Баймаҡ р‑ны), 1923 й. Ҡазанда, 1924 й. башлап БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Түбә а., һуңынан Баймаҡта китапханаларҙа эшләй. Әҫәрҙәре 1905 й. алып баҫыла башлай. “Минең шиғырҙарым” (1912), “Минең күңелем” (1913) шиғыр йыйынтыҡтары, “Урал йылғаһында” (1917—1918), “Аҡ ҡалпаҡ” (1922—1923) романтик пьесалары, “Сәғәҙәтбаныу” (1916) реалистик драмаһы (В.Мортазин‑Иманский редакцияһында “Ғәлиәбаныу”), “Ҡыҙыл йондоҙ” (1921—1923) пьесаһы (бөтәһе лә – татар телендә) һ.б. авторы. Ижады халыҡ тормошон тәрән белеү, соц. йүнәлеше м‑н айырылып тора. Уның драматургияһы башҡ. театры үҫешендә ҙур роль уйнай; Башҡорт драма театрында һәм респ. башҡа театрҙарында “Ғәлиәбаныу”, “Һөйгәнем”, “Хәмдиә” һ.б. пьесалары ҡуйыла. Ф. пьесалары ш. уҡ ТР, Урта Азия респ. театрҙарында ҡуйыла. 1911—16 йй. Орск өйәҙе һәм Бөрө өйәҙенең Иҫке Балтас улусы ауылдарында башҡ. һәм татар фольклоры әҫәрҙәрен йыя. Баймаҡта Ф. бюст ҡуйылған, урамына, Ырымбур ҡ. татар драма театрына уның исеме бирелгән. Ф. күп тапҡыр булып киткән ТР‑ҙың Балтач р‑ны Шода а. музей‑усадьба эшләй.
Әҫәрҙ.: Сайланма әсәрләр: 2 томда. Казан, 1957; Галиябану: пьесалар. Казан, 1962.
Әҙәб.: Кулибай С. Төрлө һуҡмаҡтар. Өфө, 1963; Камалов Б.Х. Мирхәйдәр Фәйзи. Казан, 1987.
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов